
Ежегодный концерт детско-юношеского телеканала «Тамыр»
🔶 Балаларҙың өҙөлөп көткән, яратҡан ваҡиғаһы – «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы концертына рәхим итегеҙ!
Быйылғы байрамды Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнайбыҙ — «ЕҢЕҮ РУХЫ ЙӨРӘКТӘ»!
✨ Һеҙҙе легендар «Тамыр» каналының вокал студияһы, «Сулпылар», «Елкән» телеконкурстары еңеүселәре, республикабыҙҙың һәләтле балалары, шәп бейеү коллективтары сығыштары көтә!
«Башҡортостан» Дәүләт концерт залының ҙур сәхнәһендә балалар илебеҙҙең данлы тарихы, рухи ҡиммәттәре, ҡаһарманлыҡ, Ватанға һөйөү хаҡында йырлаясаҡ һәм һөйләйәсәк.
Йола буйынса, мауыҡтырғыс уйындар, СТЕРХ икмәк комбинатынан тәмле бүләктәр ҙә әҙерләйбеҙ!