«Аквариум» спектакленә рәхим итегеҙ

АФИША_вар-4_(А1)_АКВАРИУМ-2021 (2)

«Башҡортостан» дәүләт концерт залының Бәләкәй залында 17 май өр яңы проект — «Аквариум» спектакленең премьераһы! Республика театр сәнғәтенең танылған, талантлы, көлдөрөүгә маһир, юморға бай иң шәп, иң күңелсәк артистары бер сәхнәлә!!!

Кеше күңеле тулы һыулы аквариум кеүек. Унда балыҡтар һымаҡ төрлө ғүмер миҙгелдәре йөҙә. Ялтырап торғандары– бәхетле, сыбарҙары – буталыш, үтә ҡыҙылдары – ҡыҙыу, һарылары – һағышлы, үкенесле осорҙар, араларында ҡара төҫтәгеләре лә күҙгә сағылып ҡала. Шул аквариум ваҡыты менән буйырап китә. Уға һаҡһыҙ ҡағылһаң, сатнап, ошо ғүмер миҙгелдәре тышҡа атылып сығыуы ла ихтимал.

17 май киске сәғәт етелә күңелле һәм фәһемле тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Share on vk
Share on odnoklassniki
Share on facebook
Share on whatsapp