Концерт Тимура Рамазанова

Дата: 05.03.2020

Время: 19:00

Место проведения: Большой зал

5 Март 19:00 сәғәттә  «Башҡортостан» Дәүләт концерт залы башҡорт йәштәр эстрадаһының иң сағыу йондоҙҙарының береһе Тимур Рамазановтың “Йәшәйбеҙ!” тип исемләнгән концертына  саҡыра.

Тимур Рамазанов халыҡ – ара йыр бәйгеләре лауреаты, республикабыҙҙың, сит өлкәләрҙең күп төбәктәрендә тамашасылар һөйөүен яулаған йәш йырсы өр яңы концерт программаһында сығыш яһаясаҡ.

Дәрте ташып торған, талантлы, үҙенсәлекле тауышы, заманса йырҙары, бейеүҙәре, яңынан-яңы асыштары менән таң ҡалдырған Тимур Рамазановтың концертынан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!